Логотип «Мәйдан» журналы

ЗӘҺҮРӘ ӘБЕЛКАРАМОВА-КИРӘЕВА

(БР, Дүртөйле районы, Иванай авылы)

Мин Зәһүрә Әбелкарамова-Кирәева булам. Башҡортостандың Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыүып үҫтем. Бөгөнгө көндә Башҡортостандың Дүртөйлө районы Иванай ауылында йәшәйем.

 

ИЛҺАМЛЫ ТӨБӘК
Тыуған яҡтарыма ҡайтһам,
Хисләнә минең күңел!
Уй
ҙарым оса йыраҡта,
Тыйып тотарлыҡ түгел!

Гүзәллегеннән еремдең
Күңелгә илһам тула.
Бигерәк нескә күңелдә
Ши
ғыр юлдары тыуа.

Матур уйҙар, сихри хистәр...
Ҡәләм алам ҡулыма.
Тәбиғәттең матурлығы
Минең йөргән юлымда.

Илһам алам, һиңә
ҡайтып,
Ауылым-тыуған төйәк!
Һиндә тыуа шиғырҙарым,
Һин бит-Илһамлы төбәк!

ӘСӘЙЕМ ҺҮРӘТЕ
Әсәйем, һинең һүрәтең
Өйөмдөң иң түрендә.

Бер наҙлы ҡарашыңдан да
Күңелдә нур түгелә.

Һүрәтеңде
ҡулға алып
Һөйләшәм үҙең менән.
Әйтерһең дә үткәндәргә,
Яныңа
ҡайтып киләм.

Күҙҙәремә ҡарап, көн дә
Һорайһың хәлдәремде.
Кәңәш бирәһең,
ҡәҙерлем,
Бик ауыр мәлдәремдә.

Аңлайһың, белеп хәлемде,
Һүрәттәндә әсәйем.
Һәр ва
ҡытта яндарымда,
Һине тойоп йәшәйем.

Кү
ҙҙәреңә ҡарайым да
Тоям һымаҡ йылыңды.
Ҡояш һымаҡ яҡтыртаһың,
Әсәй, барыр юлымды.

БӘХЕТ ХА
ҠЫ
Бәхет хаҡы күпме тора?
Бәхетлеләр генә белә.
Бәхетһе
ҙ йәрҙәрҙе күреү
Бәғерҙәрҙе, беләм, телә.
.
Бәхет ха
ҡы күпме тора,
Алтындарға тиңме икән?
Бәхетле булып булалыр,
Кемделер бәхетле итһәң!

Бәхет ха
ҡы күпме тора,
Үлсәүҙәргә уны һалһаң?
Һөйгәнеңдән айырылып,
Әгәр яң
ғыҙ тороп ҡалһаң?

Бәхет хаҡы күпме тора?
Беләлер, өҙөлөп һөйгән.
Берен-бере өсөн һөйөү
Уттарында янып көйгән!

Бәхет ха
ҡы күпме тора?
Белә бергә һыуҙар кискән.
Икәүләшеп, иңдәр терәп,
Ҡайғы һурпаларын эскән!

Бәхет хаҡы күпме тора,
Кемдәр генә белә икән?
Бәхетлелер, ер
ҙә һәр кем,
Башҡаны бәхетле иткән...

ҠАТЫН-ҠЫҘ БӘХЕТЕ
Ир-егеттәр, һеҙҙән тора,
Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете.
Наҙлы ҡараш, йылы һүҙҙәр
Шул бит йәшәү рәхәте.

Я
ғымлы бер ҡарашығыҙ
Иретә таш күңелде.
Гөл-сәскәләр бәйләменән
Күңел наҙға күмелде.

Йәлләмәгеҙ ҡатын-ҡыҙҙан
Йән иретер шул һүҙҙе.
Шат йылмайһын улар көн дә,
Тик йәшләнмәһен күҙе.

Күпте өмөт итмәй улар,
Бүләктәр, алтын тәхет!
Ихтибар көтә күңелдәр,
Шуныһы оло бәхет!

 


ҠӘҘЕРЕН БЕЛЕП КЕНӘ
Йылмайып ҡаршы алайыҡ,
Һәр иртә атҡан таңды.
Яман уйҙар борсомаһын,
Томаламаһын аңды.

Ат
ҡан таңды ҡаршылайыҡ,
Йылмайып, көлөп кенә.
Йәшәйек, ошо тормоштоң

Ҡәҙерен белеп кенә!

Ҡояштың яҡты нурҙары
Йәм өҫтәһен тормошҡа!
Ҡәнәғәтлек, яҡшы теләк
Булһын һәр бер ҡарашта.

Йәмле үтһен көндәребеҙ,
Күңелдәр беҙҙең тыныс.
Эшләгән яҡшылыҡтарҙан
Йәндә булыр ҡыуаныс!

 

Комментарийлар